"Мөхәббәтем"
1. Килмә тигән булаһың яндарыңа,
Әллә хистәреңде йәшерәһең...
Күҙҙәреңдән күрәм, күҙҙәр алдамай,
Күрәм һин нисек мине һөйәһең.
2. Ҡағылма тейһең һин йәндәремә,
Йылы ҡосағымдан һин ҡасаһың...
Ҡайнар иренемдән тик бер үбергә
Наҙлы ҡарашың минән алаһың.
3. Яратаһым килә, һис йыуатаһым...
Күңел боҙҙарыңды иретәһем...
Һөйөү тулы ҡарашым менән сихырлап
Һөйөүемдән һине иҫертәһем.
Ҡуш.
Мөхәббәтем...
Һулышыңдан һиҙәм
Ашҡынаһың минең яныма йанем.
Йәндәреңдән артыҡ һине күрәм,
Башҡаларҙы белмәй һине һөйәм.