1)Мин доғалар ҡылам бәхет һорап,
Иҫәнлектәр һорап үҙемә.
Күңелемдә булһын иман тием,
Йәш булмаһын тием күҙемдә.
Припев:
Ҡиблаларға ҡарап доға ҡылам,
Именлектәр теләп илемә.
Тыныс булһын йәшәр ергенәбеҙ,
Ҡояш нурын һипһен күгемдә.
2)Атай-әсәй иҫән булһын тиеп
Мин доғалар ҡылам һәр көндө.
Ышанырға Тәңеребеҙ барҙа
Иман нурлар әле был ерҙе!