Өй ҡаршындағы миләштәр,
Аңлағандай теләкте,
Саҡыралар бушатырға
Һағыш тулы йөрәкте.
Миләштәрем, миләштәрем,
Һеҙ минең серҙәштәрем.
Йөрәктәге һағыштарҙан
Түгелә күҙ йәштәрем.
Ауыр булған минуттарҙа
Киләм һорап кәңәштәр,
Әйтегеҙсе, һағыштарым
Баҫылырмы, миләштәр?
Миләштәрем тирбәләләр
Әкрен иҫкән елдәргә.
Һағыштарым бөтөр, бәғерем,
Ҡайтһаң тыуған ерҙәргә.