1. Мине юлдар, юлдар саҡыра,
Саҡырған юл яҡын дуҫ кеүек,
Мине яҡын дуҫым саҡыра икән.
Алыҫ аралар ерҙә юҡ кеүек,
Саҡырған юл яҡын дуҫ кеүек.
2. Мине юлдар, юлдар саҡыра,
Китәһең-тип, ауыр һулама,
Йөрәк һағыштары тоғро дуҫ кеүек.
Йылдар һәм юлдар аша һынала,
Китәһең-тип, ауыр һулама.
3. Беҙҙе юлдар, юлдар саҡыра,
Юлдағылар юлда булһындар,
Тоғро дуҫтар кеүек ошо минуттар.
Беҙҙе һағынып көтөп торһондар,
Юлдағылар юлда булһындар.