Байегет Кисер мине, эсээй, гафу ит минус

00:00 / 04:57
Loading
Скачать
0
4179
Тональность
0.0
+
Темп, %
0.0
+
Свойства файла: 4,5 Мб 128 кбит/с
Загружено: guzelguzel @ 23.10.14
Текст песни «Кисер мине, эсээй, гафу ит»
  
Ҡайтамын тип, хаттар яҙыуыма,
Көндәр түгел айҙар уттеләр.
Әммә юлдар, һиңә илтмәйсә,
Йыраҡтарға алып киттеләр.

Ҡушымта:
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт.
Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.

Көтәһеңдер хат ташыусы килһә,
Ҡош телендәй сәләм барҙыр тип.
Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер:
Иртәгә, бәлки, булыр тип.

Ҡушымта.

Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп,
Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда.
Улым тип, һин ишек асаһыңдыр,
Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда.

Ҡушымта.

Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,
Утыңды һүндермәйсә, мине көт,
Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.
Текст добавлен: Руслан Галеев
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.