Мөхәббәтем менән йөрәгемдә
Хәүефтәрем ята ишелеп.
Һуңлап бөрөләнгән һөйөүем һин,
Һуңлап атҡан сәскә шикелле.
Сыҡма, сыҡма барыр юлдарыма,
Үтер юлдар инде үтелгән.
Тормош йомғаҡтары һинән башҡа,
Башҡа берәү менән үтелгән.
Һуңлап бөрөләнгән һөйөүемде
Көҙгө әсе елдәр аралай,
Ғүмер буйы әрнеп һыҙлар инде
Һин ҡалдырған татлы яралар.
Саф хистәрең менән биҙәгәнһең
Һин мөхәббәт тигән тәхетте.
Был донъла әлдә һин бар әле,
Һин булғанға мин бит бәхетле.