1. Йөрәктәребеҙҙә генә тибрәтеп,
Күҙҙәрҙән осормай ғына йән атып,
Үҫтерәбеҙ балаларҙы, һуңынан,
Осорабыҙ ҡоштар итеп, таратып.
Ҡушымта:
Балаҡайым, бағалмам,
Яратып та туя алмам.
Яҙмышҡайыңдан уң һин дә,
Бәхетле генә бул һин.
Һаҡлап йөрөһөн, яҡлап торһон,
Әсәйем теләктәрең.
Гүмерҙәреңә етерләк
Балалыҡ рәхмәттәрем.
2. Бала күңеле – далаларҙа, тимәгеҙ,
Балаларҙың күңелдәрен китмәгеҙ.
Әсәйҙәрҙән ҡәҙерлеһе юҡ ерҙә,
Әсәйемдең бергенәһе бит мин дә.
3. Саф күңелең ҡаралтмаһын ҡаралар,
Хыял ҡанаттарың һына күрмәһен.
Сабыйымдың киләсәккә юлдарын
Ҡайғы-хәсрәт еле бер үк бүлмәһен.