Атай гармун уйнағанда
Йырлап торҙом янында
Шул ваҡыттан сәхнә ине
Тик минең хыялымда
ҠУШЫМТА:
Йырҙарымды йырлайым
Хыялымды оноттом
Хәҙер инде хыял түгел
Сәхнә бит минең йортом
Илһам килһә шиғыр тыуа
Аҙағынан көй һалам
Йырҙарым тик халҡым өсөн
Һеҙгә мин тоғро ҡалам
Сәхнә бит ул үҙе бәхет
Төшәһе килмәй бер ҙә
Әйҙә йырла ла күңел ас
Шат йылмай һин ғүмергә