Моң тибрәлә күктәр киңлегендә,
Ҡоштар китә йыраҡ ерҙәргә.
Сылбыр-сылбыр булып ҡоштар китә
Тирәктәре йәшел илдәргә.
Беләм инде, беләм, еңел түгел,
Киткәнем бар тыуған ерҙәрҙән.
Һау буллашыу йәше күҙҙәремдә,
Көҙгө елдәр ҡоса иңдәрҙән.
Беләм инде, беләм, еңел түгел,
Киткәнем бар тыуған ерҙәрҙән.
Сит илдәрҙә ҡалмаҫ ҡоштар ҙа бит
Ҡабат тыумай яҡты донъяға.
Ҡанатлы ҡош ни эшләп ҡайтмай ҡалһын
Тыуған ергә, тыуған ояға.