"Асылмаған сәскә"
1. Йәнем усаҡ бөгөн, хистәр ҡосаҡ ҡосаҡ
Дөрләй йәндә һағыш, усағы.
һағыш даръяһына һалып ағыҙҙыла,
Мөхәббәтең ҡайнар ҡосағы.
ҡушымта:(2 тапҡыр) Асылмаған сәскә булған һөйөүҙәрем,
Көтә бит ул үҙенең ямғырын.
Наҙлы ҡояш, йылы булған елен,
Үҙ моңдарын һәм дә үҙ йырын.
2. Татлы төштәр генә, булып ҡалған хистәр,
Ҡалды ул барыһы, йыраҡта.
Күңел ҡылы моңло, көйҙәр һыҙғанда,
Мохәббәтем барыр оҙаҡҡа.
Ҡушымта шул уҡ.
3. Бәхет тиеп күңел, күккә ынтылғанда,
Ғазаптарҙан килмәй көйәһе.
Һағыш булып ҡайтҡан, ошо мөхәббәттең,
Ниндәй үлсәмдәрҙә баһаһы.
Ҡушымта шул уҡ.